02:00 (UTC+5), 19 Января 2018

Бәләбәйҙә балалар поликлиникаһы төҙөкләндерелә

Башҡортостан юлдаш телевиденеһы видеоһынан скриншот
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бәләбәй ҡалаһында районда берҙән-бер балалар поликлиникаһы төҙөкләндерелә. Төҙөүселәр бинаның тышҡы яғын, теркәү урынын яңыртҡан, ишек-тәҙрәләрҙе алмаштырған, түбәһенән ағып торған ҡыйыҡты бөтәштергән. Бынан тыш, бында белгескә электрон яҙылыу алып барыла инде, ул поликлиниканың эшен ярайһы уҡ тиҙләтә.
Балалар поликлиникаһын Рөстәм Хәмитовтың ҡыҫылышынан һуң ремонтлай башланылар. Уҙған йылдың йәйендә республика башлығы дауалау учреждениеһын ҡараны һәм унда ремонт эшләргә ҡушты.
Бәләбәй үҙәк район дауаханаһы баш табибы Рөстәм Ишмырҙин һүҙҙәренсә, балалар поликлиникаһын яңыртыуға һәм йүнәтеүгә 8 миллион һум тотонолған. Сиратта – коридорҙа иҙән-диуарҙы ремонтлау, шулай уҡ ҡыйыҡты яңыртып бөтөү күҙаллана. Был маҡсатҡа аҡсаның бер өлөшө моноҡалаларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә бүленгән, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы. Был программа ярҙамында үҙәк район дауаханаһы ашығыс ярҙам машиналары паркын яңыртҡан. Үҙәк дауахана ҡулланылышында өс яңы ашығыс ярҙам машинаһы бар. Алыҫ ятҡан ауылдарға сығыу өсөн бөтә ерҙән үтә алған УАЗ машиналары реанимация, акушерлыҡ һәм кардиология ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
http://www.bashinform.ru/news/1105151-v-belebee-rekonstruiruyut-detskuyu-polikliniku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика