Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ғинуар 2018, 12:14

1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә

ӨФӨ, 2018 йыл, 19 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 мартта республикала Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Был хаҡта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан хәбәр иттеләр. Шуға бәйле «Ғаилә – туған тел һаҡсыһы» асыҡ республика-конкурс фестивален уҙғарыу ҡаралған.
Республикалағы Ғаилә йылына арналған фестивалдә бер нисә интернет-конкурс иғлан ителгән.
Беренсе конкурс — «Фотоһүрәттәрҙә тарих сағыла». Конкурста ҡатнашыусылар ғаилә архивында һаҡланған фотоһүрәттәр, шуға өҫтәп, ғаилә ағзалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәр хаҡында ҡыҙыҡлы хикәйәләр ебәрә ала.
Икенсеһе — «Милли мираҫҡа тоғролоҡ» конкурсы видеороликтар төшөрөүҙе күҙ уңында тота. Башҡорт телен пропагандалаған флешмобтар һәм ошо тема буйынса башҡа акциялар тураһанда видеояҙмалар ҡабул ителә. Шулай уҡ ғаилә менән милли байрамдарҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнашыуҙы төшөрөп ебәрергә мөмкин.
Өсөнсө конкурс «Өләсәйемдән отоп алдым» тип атала. Унда өс йәштән 16- йәшкә тиклемге балалар ҡатнаша ала. Балалар халыҡ ижады өлгөләрен: боронғо йырҙар, мөнәжәттәр, әйтештәр, көйлө әкиәттәр, таҡмаҡтар башҡара.
Конкурстарҙа балаларын милли рухта тәрбиәләгән, туған телдә иркен аралашҡан һәр башҡорт ғаиләһе ҡатнаша ала. Интернет-конкурстарға йомғаҡ 1 мартта Өфөлә фестивалдең йомғаҡлау кисәһендә яһала. Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу ҡаралған.
Тулыраҡ мәғлүмәт — конкурстың рәсми төркөмөндә.
http://www.bashinform.ru/news/1105476-1-marta-v-respublike-budet-otmechatsya-den-bashkirskoy-semi/
Читайте нас: