10:50 (UTC+5), 18 Ғинуар 2018

Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек башланды

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Экология министрлығы яҙғы ташҡынға әҙерләнә башланы. Бөтә ведомстволарҙың, хеҙмәттәрҙең төп бурысы – тәбиғи күренештең кире эҙемтәләрен кәметеү. Министрлыҡта үткән ултырышта гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләһе ҡаралды. Республикала улар 491, уларҙа һыу күләме 100 мең кубометрҙан ашыу тәшкил итә.
Башҡортостан тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Виталий Тюр һүҙҙәренсә, гидротехник ҡоролмалар урынлашҡан муниципаль район хакимиәттәренә был объекттарҙың техник торошона айырым иғтибар бүлергә һәм ташҡындың хәүефһеҙ үтеүен тәьмин итергә кәрәк.
«Ташҡын ваҡытында гидротехник ҡоролмала ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу ихтималлығы булғанда, файҙаланыусы персонал булмағанда йә иһә объекттың торошо авария хәлендә тип баһаланһа ғәҙәттән тыш хәлде булдырмау өсөн саралар комплексын әҙерләү һәм башҡарыу, кире эҙемтәләрҙе кисектереү өсөн гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияға, республиканың ташҡынға ҡаршы комиссияһына ташҡынға тиклем мәғлүмәт еткереү зарур», — тине Виталий Тюр.
Яҙғы ташҡын башланыр алдынан Башҡортостан Экология министрлығы тейешле хеҙмәттәр менән берлектә хәүефле гидротехник ҡоролмаларҙы тикшереп сығасаҡ.
http://www.bashinform.ru/news/1104849-v-bashkirii-nachalas-podgotovka-k-vesennemu-polovodyu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика