12:00 (UTC+5), 18 Ғинуар 2018

Һауа шарттарының насарайыуы менән бәйле Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы республика халҡын үтә иғтибарлы булырға саҡыра

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Был көндәрҙә Башҡортостан биләмәһендә көслө ҡар яуғанда һауа торошоноң насарайыуы күҙәтелә. Шуның менән бәйле республика ЮХХДИ идаралығы урындағы халыҡҡа юлдарҙа үтә иғтибарлы булырға саҡыра.
«Үтә иғтибарлы булыу, хәүефһеҙлек аралығын үтәү, насар һауа шарттарын күҙ уңында тотоп, дөрөҫ тиҙлек режимын һайлау, тәртипһеҙ маневр яһауҙан һәм ҡапыл тормозға баҫыуҙан тыйылыу, юл билдәләрен үтәү һорала»,- тип иҫкәртә автоинспекторҙар.
Ведомство хәтергә төшөрә: ҡар яуғанда коммуналь хеҙмәт машиналары юлды ваҡытында таҙарта алһын өсөн транспортты оҙаҡ ваҡытҡа юл ситендә ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә.
«Юлдарҙа водителдәргә генә түгел, йәйәүлеләргә лә уяу булырға кәрәк. Ҡыҫҡа яҡты көндә һәм ҡар яуғанда юлда күреү мөмкинлеге кәмей. Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Билдәләнгән урындарҙа ғына сығығыҙ, телефондан һөйләшеп, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәгеҙ һәм ҡараңғы ваҡытта кейемдә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар менән ҡулланығыҙ», — тип ЮХХДИ юл хәрәкәте ҡатнашыусыларына мөрәжәғәт итә.
http://www.bashinform.ru/news/1105107-v-svyazi-s-ukhudsheniem-pogodnykh-usloviy-gibdd-bashkirii-prizyvaet-zhiteley-respubliki-k-predelnoy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика