02:00 (UTC+5), 17 Января 2018

Пермдәге фажиғәнән һуң Башҡортостан мәктәптәрендә хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан мәғариф министрлығы төбәктең көс структуралары менән берлектә дөйөм белем учреждениеларында хәүефһеҙлек системаларын тикшерә башланы. Пермь мәктәбендәге фажиғә менән бәйле унда ла йәнә бер ҡат ҡараласаҡ, кәрәкле урындарҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк, тип билдәләне республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. Тәү сиратта был дөйөм белем биреү учреждениеһы биләмәләренә инеү режимына ҡағыла. Уҡытыусылар берләшмәһенә һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ғәҙәттән тыш һәм ғәҙәти булмаған хәлдә нисек эш итергә кәрәклеген аңлатасаҡтар.
Гөлназ Шафиҡова билдәләүенсә, әлеге ваҡытта республиканың байтаҡ мәктәптәре ашығыс полиция нарядын саҡырыу төймәһе менән йыһазландырылған. Ҡала дөйөм белем биреү ойошмаларының бөтәһе лә тиерлек бинаға инеүҙе контролдә тотоу системаһына эйә һәм видиеокүҙәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған, һаҡ сигнализацияһы бар. Бынан тыш, уларҙа хәүефһеҙлек өсөн шәхси һаҡ агентлыҡтары яуаплы.
Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Ольга Голодец журналистарға Пермдәге хәлде тикшереү йомғаҡтары буйынса мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү хаҡында ҡарар ҡабул ителеү ихтималлығын хәбәр итте. «Һис шикһеҙ, был осраҡ тулыһынса тикшереләсәк, бында бик етди эш талап ителә, был хәл башҡаса Рәсәйҙә ҡабатланмаҫҡа тейеш. Саралар ҡабул итеү өсөн был осраҡты бәйнә-бәйнә өйрәнәсәкбеҙ һәм уны граждандар берләшмәһе менән тикшерәсәкбеҙ», — тип вице-премьерҙың телмәренән өҙөмтә килтерә ТАСС агентлығы.
Алдан хәбәр иткәнсә, Эске эштәр министрлығы һәм Росгвардия мәктәптәрҙе һәм һаҡ предприятиеларын тикшерә, Дөйөм халыҡ фронты белгестәре мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте анализлаясаҡ.
Дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, Пермдең Мотовилихин районындағы 127-се урта мәктәптә ике бәлиғ булмаған үҫмер һалҡын ҡорал менән дүртенсе класс уҡыусыларына һәм уларҙың уҡытыусыһына һөжүм иткән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 15 кеше зыян күргән.
http://www.bashinform.ru/news/1104152-mery-bezopasnosti-v-shkolakh-bashkirii-usilyat-posle-tragedii-v-permi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика