06:20 (UTC+5), 16 Января 2018

Силәбе өлкәһе башҡорттары «Урал батыры» балалар этноконкурсы ойошторған

«Уралым» гәзите
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Силәбе өлкәһендә тәүгә «Урал батыры» балалар этноконкурсының һайлап алыу туры үтте. Уны президент грантын яулаусы - «Афарин» башҡорт милли балалар студияһы ойошторған. Силәбе өлкәһенән – Сыбаркүл, Арғаяш, Пластов һәм Ҡоншаҡ райондарынан, Силәбенән һәм Златоустан 30-лаған Көньяҡ Урал башҡорттары вәкиле үҙҙәренең ижади һәм физик һәләттәрен күрһәтте.
Байрам «Афарин» милли балалар студияһы коллективтарының һәм «Айгөл» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең сағыу сығыштарынан башланды. Улар конкурс дауамында тамашасыларҙың күңелен күтәрҙе. Һуңынан абруйлы ҡунаҡтарға һәм проект партнерҙарына һүҙ бирелде. Бәйгеселәрҙе «Соцҡала» йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре, шулай уҡ жюри ағзалары: Башҡортостан Республикаһының Урал федераль округындағы вәкиле Амур Хәбибуллин, өлкә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов, Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Наил Шәйҙуллин, Башҡортостандың Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков сәләмләне. Рәхмәт һүҙҙәре менән проект авторы, «Афарин» балалар милли студияһы директоры Майтап Вәлитова сығыш яһаны.
Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Морис Йосопов ярышта физик әҙерлек буйынса баш судья булды. ГТО нормалары таблицаһы буйынса судьялыҡ ителде. Бөтә йәштәр ҙә үҙҙәрен яҡшы физик формала һәм теләһе ниндәй һынауҙарға әҙер булыуын күрһәтте.
Һайлап алыу туры ижади үҙең менән таныштырыу конкурсы менән дауам итте. Бәйгеселәр үҙҙәренең йыр, бейеү, музыка һәләттәрен күрһәтте, шулай уҡ өс минут эсендә үҙенең мауығыуҙары хаҡында һөйләргә тырышты.
Конкурс бер нисә критерий буйынса баһаланды: сығыштарҙың сағыулығы һәм үҙенсәлеклеге, башҡарыу оҫталығы, тамаша алдында сығыш яһау мәҙәниәте, милли үҙенсәлектәр барлығы.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә үҙҙәренең тырышлығы һәм һәләттәре өсөн дипломдар, проект бағыусыларының уйынсыҡтары менән бүләкләнде. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса иң күп балл йыйған еңеүселәр билдәләнде, улар конкурста ҡатнашыуын дауам итәсәк.
Киләһе турҙа бәйгеселәрҙе атта йөрөү, уҡ атыу, хәрби полигонға экскурсия, оҫталыҡ дәрестәре көтә, тип хәбәр иттеләр Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы сығарған «Уралым» гәзите редакцияһында.
http://www.bashinform.ru/news/1104064-bashkiry-chelyabinskoy-oblasti-organizovali-detskiy-etnokonkurs-uralskiy-batyr/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика