12:00 (UTC+5), 16 Января 2018

Сүп-сарҙы сортҡа бүлеүҙе һәм эшкәртеүҙе талап итәсәкбеҙ – Рөстәм Хәмитов

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортҡа бүлеү һәм артабан эшкәртеү иң уңайлы хәл итеү варианты булып тора. Был турала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсында еңеүселәр менән осрашыуҙа белдерҙе.
«Альтернатива» пластмасса изделиелар заводы (Октябрьский ҡалаһы) генераль директоры Раил Фәхретдинов «Йыл экологы» номинацияһында конкурс лауреаттарының береһе булды. Әлеге ваҡытта предприятиела полимер ҡалдыҡтар йыйыу һәм эшкәртеү буйынса проект ғәмәлгә ашырыла. Етәксе һүҙҙәренсә, завод төбәк биләмәһендә йыйылған бөтә икенсел пластикты эшкәртергә әҙер. Шул уҡ ваҡытта сүп-сарҙы айырып йыйыуҙы ойоштороу мөһим.
- Сүп-сарҙы айырым йыйыу – ул тәү сиратта йәмғиәтебеҙҙең экологик мәҙәниәте. Был йәһәттән алдынғылар рәтенә тиклем беҙгә йыраҡ икәнлеген аңлайбыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был әлегә ауыр бара. Өмөтһөҙлөктән сортҡа бүлгәндән һуң сүп-сарҙы яғыу варианты тәҡдим ителә. Беҙҙең өсөн был тема көнүҙәк түгел. Сүп-сарҙы сортҡа бүлеүҙе һәм уны тейешенсә эшкәртеүҙе талап итәсәкбеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1104223-my-budem-nastaivat-na-sortirovke-i-pererabotke-musora-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика