Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.98
+0.08
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ғинуар 2018, 15:10

Пермдәге ғәҙәттән тыш хәлдән һуң Эске эштәр министрлығы һәм Рәсәй гвардияһы республика мәктәптәрен тикшерә

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Пермь мәктәбендәге фажиғәнән һуң Рәсәй гвардияһы ил мәктәптәрен һәм белем биреү учреждениеларында эшләгән шәхси һаҡ предприятиеларын тикшерә.
«Тикшереү барышында предприятиелар тормошҡа ашырған һаҡ эшмәкәрлегенең законлылығын һәм уларҙың сифатын өйрәнеү күҙаллана. Рәсәй гвардияһының вазифалы кешеләре видеокүҙәтеү системалары, хәүефле сигнализация төймәләре, хәбәр еткереү һәм халыҡты эвакуациялау менән идара итеү сигналдарының булыу-булмауын һәм уларҙың төҙөклөгөн, шулай уҡ һаҡсыларҙың төрлө хәлдәрҙә эш итеүгә әҙерлек кимәлен тикшерергә тейеш», — тиелә ведомствоның рәсми белдереүендә.
Шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлаусылар шәхси һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда эш итеү алгоритмдарын, эске бәхәстәргә иғтибар итеү, хәбәр биреү һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара эш итеү механизмдарын әҙерләй.
Рәсәй гвардияһы Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, федераль ҡануниәткә ярашлы республика Эске эштәр министрлығы менән берлектә төбәктә ошондай тикшереү үткәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 ғинуарҙа Пермь мәктәптәренең береһендә бысаҡ тотҡан ике үҫмер һуғыша башлай. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар уларҙы айырырға маташа. Һалҡын ҡорал ҡулланылған бәхәстән һуң 15 кеше йәрәхәтләнеп, дауаханаға эләгә: уҡытыусы һәм дүртенсе класс уҡыусыһы ауыр хәлдә.
http://www.bashinform.ru/news/1104128-v-bashkirii-mvd-i-rosgvardii-proveryat-shkoly-posle-chp-v-permi-/
Читайте нас: