07:30 (UTC+5), 15 Января 2018

Кәкүк-әсәләр: Өфөлә 59 ҡатын яңы тыуған сабыйынан баш тартырға булған

асыҡ сығанаҡтарҙан
асыҡ сығанаҡтарҙан
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөнөң опека һәм попечителлек идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда 59 ҡатын яңы тыуған сабыйынан баш тартырға теләк белдергән. Яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү хеҙмәтенең эш һөҙөмтәһендә 39 баланы ғаиләлә ҡалдырып булған. Былтыр 39 баш тартыу ниәте теркәлгән, 25 ҡатын кире уйлап, балаларын ғаиләләренә алған.
Белгестәр фекеренсә, төрлө социаль һәм психологик сәбәптәр комплексы әсәнең сабыйынан баш тартыуға этәрә. Өфөлә 2014 йылдан алып яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү хеҙмәте баланы үҙ ғаиләһендә һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Бәпесләгән ҡатындың сабыйын ҡалдырып китеү ниәте тураһында хәбәр алғас та белгес бала табыу йортона юллана. Баланан баш тартыу сәбәптәре асыҡлана, беренсел консультация уҙғарыла, ҡатындың хәле, уның ғаиләһе, яҡындары тураһында мәғлүмәт йыйыла, мөмкин булған ресурстар асыҡлана. Ҡатын риза булғанда уның һәм ғаиләһе менән реабилитациялау уҙғарыла. Оҙатыу эше өс ай дауамында бара, әммә ике йылға саҡлы оҙайтылыуы ихтимал.
http://www.bashinform.ru/news/1103115-materi-kukushki-v-ufe-59-zhenshchin-reshili-otkazatsya-ot-svoikh-novorozhdennykh-detey/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика