07:20 (UTC+5), 15 Ғинуар 2018

Башҡортостанда сатлама һыуыҡтарҙан һуң йылға-күлдәрҙә боҙ нығынды

iz.ru
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 30 градус сатлама һыуыҡтарҙан һуң һыу ятҡылыҡтарында боҙ нығынды. Йылға аша йәйәү сығыу өсөн боҙ 7 сантиметр ҡалынлыҡта булырға тейеш, балыҡ тотоу өсөн – 10 сантимер, ҡаргиҙәрҙә йөрөү өсөн – 12 сантиметр, еңел автомобилдә – 20-30 сантиметр, бөтә ерҙән үтә алған машина өсөн – 30-38 сантиметр.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, баш ҡалала Дуҫлыҡ монументы тирәһендә Ағиҙелдә боҙ 22 сантиметрға еткән, Сипайлово янында Ҡариҙелдә – 12 сантиметр. Иң ҡалын боҙ Николо-Березёвка эргәһендә Кама йылғаһында – 40 сантиметр, Шәмсетдин күлендә һәм Ҡандракүлдә – 35 һәм 34 сантиметр. Павловка һәм Нөгөш һыуһаҡлағыстарында – 25 сантиметр. Бер ай элек боҙ ҡалынлығы уртаса 5-10 сантиметр тәшкил итә ине.
http://www.bashinform.ru/news/1103684-v-bashkirii-posle-morozov-ukrepilsya-led-na-rekakh-i-ozerakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика