08:27 (UTC+5), 15 Января 2018

2018 йылда беҙҙең алда өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса күпселек мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2018 йылда республика властарына хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле мәсьәләләрҙең күпселек өлөшөн хәл итергә кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.
Төбәк етәксеһе уҙған йылда намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ҡаты саралар күреүҙәрен хәбәр итте. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле 10 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
– Бөгөн 3 мең самаһы ғаиләнең торлаҡ алмау йәһәтенән хәүеф зонаһында ҡалғанлығы барыһына ла яҡшы билдәле. Кешеләр аҡса һалып, йылдар буйына көтә – һәм бер нәмә лә алмай. Торлаҡ төҙөүгә бәйле булмаған объектив һәм аҡса йыйып, улар менән билдәһеҙ йүнәлештә юғалыуға бәйле субъектив сәбәптәр ҙә бар, әлбиттә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм тырышлыҡ менән хәлде үҙгәртә алырбыҙ, тип уйлайым. 2018 йылда беҙ ошо мәсьәләләрҙең күпселек өлөшөн ябырға бурыслы. Ошондай енәйәттәргә ҡаршы әүҙем көрәш алып барырға, уларҙы иҫкәртергә кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1103502-v-2018-godu-my-obyazany-reshit-bolshinstvo-voprosov-po-zashchite-prav-dolshchikov-rustem-khamitov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика