04:11 (UTC+5), 12 Января 2018

Яңы йыл каникулдарында төбәктә 10 меңдән ашыу кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләгән

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Яңы йылда Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү эпидемик сиктән артмай. Тәүге аҙнала «Роспотребнадзор» ҙың төбәк идаралығында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы сирҙәре менән ауырыуҙың 10 300-ҙән ашыу осрағы теркәлгән. Был 2017 йылдың һуңғы аҙнаһынан 33 процентҡа кәмерәк, тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.
Эпидемик миҙгел башланғандан алып (2017 йылдың сентябренән) төбәк биләмәһендә киҙеүҙең лаборатор раҫланған осраҡтары теркәлмәгән.
Табиптар сирле килеш эшкә йөрөмәҫкә, ауырыу балаларҙы баҡсаға һәм мәктәпкә алып бармаҫҡа кәңәш итә. Киләһе аҙнала балаларҙың каникулы тамамлана.
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһының тәүгә билдәләре беленгәс тә, үҙаллы дауаланырға ярамай, табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур. Иҫкәртеү саралары ла бик мөһим: битлек кейергә, уны ике сәғәт һайын алмаштырырға, ҡулдарҙы йыш йыуырға, сирле кешеләр менән аралашмаҫҡа кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика