08:23 (UTC+5), 12 Ғинуар 2018

Нисә градус һыуыҡта балаларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин — республика Мәғариф министрлығы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 15 ғинуарҙан Башҡортостан мәктәптәрендә ике аҙналыҡ ҡышҡы каникулдарҙан һуң уҡыуҙар башлана. Башгидрометүҙәк синоптиктары фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә республикала һауа температураһының төндә 28, урыны менән 34 градусҡа тиклем һалҡын булыуы көтөлә. Көндөҙ йылыраҡ. Һыуыҡтар оҙаҡ булырмы-юҡмы — әлегә билдәһеҙ, шуға күрә уҡыусыларҙың, айырыуса башланғыс кластарҙа уҡығандарҙың ата-әсәләренә иртән балаларҙы мәктәпкә оҙатҡанда һауа температураһына иғтибар итергә кәрәк.
Дөйөм белем биреү учреждениеларына йөрөү өсөн нормативтар йылы һайын әүәлгесә ҡала. 23 градус һалҡында — ауылда, 25 градуста ҡалала 1, 2, 3 һәм 4 класс уҡыусылары дәрес ҡалдыра ала.
Һауа температураһы 25 градустан түбәнәйһә — ауылда, 27 градус һыуыҡта ҡалала 5-9 класс уҡыусылары өсөн дәрестәр булмай. Ауыл мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларына — 30, ҡаланыҡыларға иһә 32 градус һыуыҡта мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин.
Баланың уҡырға барыу-бармауын, һауа шарттарына ҡарап, ата-әсә үҙе хәл итә, тип аңлаттылар Башҡортостандың Мәғариф министрлығында.
Нормативтар уҡытыусыларға ҡағылмай, улар, температура нисә градус булыуға ҡарамаҫтан, мәктәптә булырға тейеш. Шуға күрә кластан бер уҡыусы килһә лә, уҡытыусылар уның өсөн дәрес үткәрергә бурыслы.
http://www.bashinform.ru/news/1102965-pri-kakoy-temperature-vozdukha-deti-mogut-ne-khodit-v-shkolu-razyasneniya-minobrazovaniya-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика