12:00 (UTC+5), 12 Января 2018

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре Рәсәй халыҡтарының балалар әҙәбиәте антологияһына индерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре Рәсәй халыҡтарының балалар әҙәбиәте антологияһына индерелде. Йыйынтыҡ Рәсәй Федерацияһының милли әҙәбиәттәргә булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу барышында донъя күрҙе. Китап Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү һүҙе менән асыла.
«Баҫма бик үҙенсәлекле, унда 201 яҙыусының 870 әҫәре тупланған. Әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, поэмалар Рәсәй халыҡтарының 55 теленән тәржемә ителгән. Кешеләр ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ниндәй телдә һөйләшһә лә, әҙәбиәт һәр саҡ яҡынайта, туғанлыҡ тойғоһон тыуҙыра. Был күп милләтле дәүләтебеҙ өсөн бик мөһим. Антологияға Гөлфиә Юнысова, Айһылыу Йәғәфәрова, Тамара Искәндәриә кеүек танылған башҡорт балалар яҙыусыларының һәм йәш авторҙар — Тимур Рәхмәтуллиндың, Айнар Байбулатовтың әҫәрҙәре урын алған», — тип аңлатма бирҙе башҡорт әҙәбиәте бүлеген әҙерләү менән шөғөлләнгән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Федераль редакция советы ағзаһы Йомабикә Ильясова.
http://www.bashinform.ru/news/1103047-proizvedeniya-bashkirskikh-pisateley-voshli-v-antologiyu-detskoy-literatury-narodov-rossii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика