07:40 (UTC+5), 11 Ғинуар 2018

Пенсия фондында ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләмәү сәбәптәрен аңлаттылар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыуҙа стаж, шулай уҡ пенсия балдары етмәү сәбәпле үтенесте кире ҡағыуҙары ихтимал, тип аңлаттылар Рәсәй Федерацияһының Пенсия фондында. Шул уҡ ваҡытта граждандар социаль пенсияға дәғүә итә ала. Ул страховка пенсияһына ҡарағанда биш йылға һуңыраҡ тәғәйенләнә.
«Страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн бер нисә шарт үтәлергә тейеш: минималь страховка стажы, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 55 йәш, ир-егеттәр өсөн 60 йәш, пенсия балдарының минималь суммаһы. Страховка стажы йәки пенсия балдары етмәгән осраҡта социаль пенсия билдәләнә», — тип РБК ведомствоның матбуғат хеҙмәте аңлатмаһынан өҙөмтә килтерә.
Рәсәй Федерацияһында ҡартлыҡ буйынса уртаса страховка пенсияһы 14 075 һумға тиң, социаль пенсия күләме — 9 045 һум. Ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһын алыу өсөн былтыр һигеҙ йыл хеҙмәт стажы һәм 11,4 пенсия балы етә ине. Был талаптар йыл һайын арта бара. 2022 йылда ҡартлыҡ буйынса пенсия алыу өсөн 15 йыл страховка стажы һәм 30 пенсия балы булырға тейеш, тип аныҡлыҡ индерә РБК.
Страховка пенсияһы гражданға хеҙмәт эшмәкәрлеге осоронда алған килемде ҡаплау өсөн бирелә. Шулай уҡ ул инвалидлыҡ буйынса тәғәйенләнә һәм ҡараусыһыҙ ҡалыу сәбәпле эшкә һәләтһеҙ ғаилә ағзаларына түләнә. Страховка пенсияһын тәғәйенләү өсөн кәрәкле пенсия балдары пенсия системаһына түләнгән иғәнә күләменә, хеҙмәт стажының оҙайлығына бәйле.
http://www.bashinform.ru/news/1101839-v-pensionnom-fonde-razyasnili-prichiny-otkazov-v-naznachenii-pensii-po-starosti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика