03:30 (UTC+5), 11 Января 2018

Башҡортостандың урман хужалығы министры тармаҡта кадрҙар мәсьәләһенә зарланды

Олег Яровиков
Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов тармаҡта кадрҙар әҙерләүҙең юғары кимәлдә булмауына зарланды. Был турала ведомство етәксеһе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитеты ултырышында белдерҙе.
Марат Шәрәфетдинов һүҙҙәренсә, министрлыҡтың үҙәк аппаратында хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше 44 йыл тәшкил итә, дөйөм урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең – 54 йыл.
«Дөрөҫөн әйткәндә, урман хужалығы техникумын, аграр университетын тамамлаусылар, атап әйткәндә, урман хужалығы белгестәре сифат буйынса беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй», — тип билдәләне министр.
Уның фекеренсә, Башҡорт дәүләт аграр университеты менән кадрҙар әҙерләү буйынса төҙөлгөн килешеү был мәсьәләне хәл итергә тейеш.
«Урман хужалығы нимәнән торғанын күрһен өсөн уҡытыусыларҙы беҙҙең урман хужалыҡтарына беркетергә тәҡдим итәм. Сөнки бөгөн китап буйынса белгестәр әҙерләп булмай. Белгесте эшкә алып, уны йәнә бер йыл буйына министрлыҡта уҡытырға ваҡытыбыҙ юҡ», — тип белдерҙе Марат Шәрәфетдинов.
Үҙгәрештәр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Өфө урман техник техникумына ла ҡағылырға тейеш. Министрлыҡ етәксеһе һүҙҙәренсә, уҡытыуҙы «урман хужалығынан башланған ғәмәли юлда» алып барыу зарур.
http://www.bashinform.ru/news/1101919-ministr-lesnogo-khozyaystva-bashkirii-pozhalovalsya-na-kadrovuyu-problemu-v-otrasli/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика