12:00 (UTC+5), 10 Января 2018

Берҙәм дәүләт имтиханы-2018: республикала имтихан тапшырыусылар һаны билдәле булды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Быйыл Башҡортостанда 18 меңдән ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра, тип хәбәр иттеләр республиканың Мәғариф министрлығынан.
Ғәҙәттәгесә, йомғаҡлау һынауҙары өс этапта уҙғарыла: ваҡытынан алда — 21 марттан 11 апрелгә тиклем, төп — 28 майҙан 2 июлгә ҡәҙәр һәм өҫтәмә — 4-15 сентябрҙә.
2018 йылда берҙәм дәүләт имтиханында әллә ни үҙгәрештәр юҡ. Барлыҡ фәндәр буйынса имтихан эштәренең варианттары Федераль педагогик үлсәүҙәр институты сайтында баҫылған. Һәр кем улар менән таныша һәм берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеүен дауам итә ала.
Республикала 41 меңдән ашыу туғыҙынсы класс уҡыусыһы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын тапшыра. Улар өсөн быйыл йомғаҡлау аттестацияһында үҙгәрештәр көтөлмәй. Туғыҙынсылар ике мотлаҡ предметтан – рус теле һәм математиканан, шулай уҡ үҙҙәре һайлаған ике фәндән имтихан бирергә тейеш.
http://www.bashinform.ru/news/1101894-ege-2018-stalo-izvestno-kolichestvo-sdayushchikh-ekzameny-v-bashkirii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика