09:15 (UTC+5), 10 Ғинуар 2018

Башҡортостан КВН-сылары Сочиҙа 29-сы Халыҡ-ара КВН фестивалендә ҡатнаша

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандан алты команда Сочиға 29-сы Халыҡ-ара КВН фестиваленә юлланды. Улар араһында – «Сборная башкирской лиги», «Как все», «Три буквы», «Н», «Лица республики», «Теплый пол».
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ҡайһы бер Башҡортостан КВН-сылары Сочиҙағы фестивалде яулағайны инде. Былтыр унда «Сборная башкирской лиги» командаһы ҡатнашты һәм рейтингҡа эйә булды. Һуңыраҡ «Азия MIX» Юғары КВН лигаһы (Ҡырғыҙстан) чемпиондары Өфө йәштәрен Ала-Тоо лигаһының «Йәйге кубогы»на саҡырҙы.
«БашДрайв» командаһында Башҡорт лигаһының ғәмәлдәге уйынсылары ҡатнаша, улар Башҡортостан Республикаһының Юғары лигаһы финалында сығыш яһаны, Сочиға тәүгә бара. Был команда шулай уҡ Ҡаҙағстандағы фестивалдәрҙә уйнаны», — тип һөйләнеләр ведомствола.
Халыҡ-ара КВН лигаһы йыл һайын Сочиҙа үтә. 2018 йылда ул 4-17 ғинуарҙа уҙа. Был фестивалдә һәр команданың Юғары лигаға инеү һәм уйындың төп сәхнәһендә сығыш яһау мөмкинлеге бар.
http://www.bashinform.ru/news/1101818-kvnshchiki-iz-bashkirii-uchastvuyut-v-29-m-mezhdunarodnom-festivale-kvn-v-sochi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика