07:40 (UTC+5), 10 Ғинуар 2018

2018 йылда ҡулланыусылар кәрзинендә ит һәм балыҡ күберәк була

Олег Яровиков
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Ҡулланыусылар кәрзиненә күберәк ит һәм балыҡ ризыҡтарын индерергә кәрәк. Ошондай фекерҙә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Максим Топилин, тип хәбәр итә «Известия».
Ведомство етәксеһе һүҙҙәренсә, ҡулланыусылар кәрзине ҡайтанан ҡарауҙа мохтаж. Сөнки сифатлы аҙыҡ-түлек йыйылмаһы 2016 йылда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған сәләмәт туҡланыу нормаларынан ҡалыша.
«Ғәмәлдәге кәрзиндә икмәк ризыҡтары һәм картуф бик күп. Һәм киреһенсә, ит һәм балыҡ ризыҡтары, йәшелсә һәм емеш-еләк аҙыраҡ. Аҙыҡ-түлек йыйымын иң ҡулайлыға яҡынайтыу – яңы ҡулланыусылар кәрзиненең төп бурысы», — тип баҫма министрҙың телмәренән өҙөмтә килтерә.
Ҡулланыусылар кәрзине – эшкә һәләтле кеше, пенсионер һәм бала өсө кәрәкле иң кәм тауарҙар һәм хеҙмәттәр йыйымы. Ғәмәлдәге нормаларға ярашлы, 30 көндә Рәсәй кешеһе кәмендә 10,5 килограм икмәк, макарон һәм ярма, 8,4 килограмм картуф, 14,6 килограм йәшелсә һәм емеш-еләк, 2 килограмм шәкәр һәм кондитер изделиелары, 5 килограмм самаһы ит һәм унан эшләнгән ризыҡ, 0,5 килограмм балыҡ ашай.
http://www.bashinform.ru/news/1101483-v-2018-godu-v-potrebitelskoy-korzine-stanet-bolshe-myasa-i-ryby/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика