15:39 (UTC+5), 29 Декабря 2017

Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде

Рәсәй Юстиция министрлығының
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. 28 декабрҙә Өфөлә, Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә, Рәсәй Юстиция министрлығының Түбәнге Новгород өлкәһе буйынса баш идаралығы начальнигы Сергей Быстревский һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев территориаль федераль дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан власы органдары етәкселәрен Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе менән таныштырҙы.
Биографик белешмә:
Йәнтүрин Салауат Дияс улы 1979 йылдың 28 авгусында тыуған.
2011 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлай.
2001 йылдың октябренән 2005 йылдың апреленә тиклем беренсе категориялы белгес, әйҙәүсе белгес, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы бүлеге начальнигы вазифаларын биләй.
2005 йылдың мартынан Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡануниәт һәм Рәсәй Юстиция министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығының Башҡортостан Республикаһында федераль регистр алып барыу бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.
2008 йылдың июленән — Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бүлеге начальнигы.
2009 йылдың июленән — Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары.
Рәсәй Федерацияһының 3 класлы дәүләт юстиция советнигы. Өйләнгән, ҡыҙ тәрбиәләй.
http://www.bashinform.ru/news/1099706-nachalnikom-upravleniya-minyusta-rf-po-bashkortostanu-naznachen-salavat-yandurin/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика