05:45 (UTC+5), 29 Декабря 2017

Республикала 15 һаҙлыҡ дәүләт һағына алынасаҡ

БР Экология министрлығы
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 2018 йылда Башҡортостанда 15 яңы тәбиғи биләмә ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Экология министрлығынан. Был дала һәм урман-дала зоналары: Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренка, Миәкә, Учалы райондарындағы һаҙлыҡтар.
«Торф һаҙлыҡтары мөһим биосфера ҡиммәтенә эйә, уларҙың атмосфера углеродын туплау, мөһим гидрологик роле һәм юғары биологик төрлөлөгө иҫәбенә. Был һаҙлыҡтарҙа Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына ингән һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған үҫемлектәр үҫә һәм хайуандар йәшәй», — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институтының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм биологик ресурстар лабораторияһы мөдире Екатерина Богдан. — «Миәкә районында Ҡорманайбаш һаҙлығы дремлик популяцияһы һәм беҙҙең төбәк өсөн яңы үҫемлек төрө — Шутлеворт екәне табылыу менән үҙенсәлекле. Әбйәлил районындағы Сереккүл һаҙлығында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә һирәк осраған Европа аҡ буран турғайы йәшәй. Айырыуса Учалы районындағы Ҡасҡарҙы һаҙлығын билдәләп үтәһе килә. Уның майҙаны яҡынса 700 гектар, ә углерод ятҡылығы 500 мең тонна самаһы».
Дөйөм алғанда республикала 41 районда 182 тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Уларҙың дөйөм майҙаны 42 мең 264,7 гектар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 80-се йылдарҙа киптерелгән Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын тергеҙеү буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы проекты ғәмәлгә ашырыла.
http://www.bashinform.ru/news/1099469-v-bashkirii-15-bolot-vozmut-pod-gosudarstvennuyu-okhranu/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика