ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Һөнәре буйынса иң яҡшы» һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәренә һәм призерҙарға дипломдар тапшырҙы.
- Һеҙ — үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы. Эшегеҙҙе баһалағандарҙың бөтәһенә лә — эксперт төркөмдәренә, белгестәргә ысын оҫта, эшсе һөнәрҙәрегеҙҙә иң яҡшы булыуығыҙҙы күрһәттегеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Хәҙер инде һеҙ эшләгән тармаҡтарҙа мәшғүл күп кенә йәштәр һәм ололар ҙа һеҙгә тиңләшәсәк. Ә беҙ иһә бик шәп профессионалдар барлығын беләбеҙ.
Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, был конкурс республикала 2012 йылдан уҙғарыла.
- Уға күрә йәш таланттарҙы, яңы белгестәрҙе, профессионалдарҙы асыҡлайбыҙ. Был конкурстар ярҙамында эшсе һөнәрҙәрҙең айбруйы үҫә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һөнәри оҫталыҡ теләһе ҡайһы тармаҡтың, предприятиеның уңышлылығын билдәләй. «Алтын ҡулдар» ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем яратҡан республикабыҙ тиҙ үҫешә.
Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, биш йылда төрлө-төрлө эшсе һөнәрҙәр буйынса 30 конкурс уҙғарылған. Алты йылда 700-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Уларҙың 118-е конкурста еңеүсе һәм призер булды, федераль этаптарҙа республиканың данын яҡланы. Атап әйткәндә, Илгиз Шәнгәрәев – илдең иң яҡшы умартасыһы, ә Артем Трясцин Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе» номинацияһында өсөнсө урын яуланы. Бынан тыш, Башҡортостан ике тапҡыр конкурстың федераль этабын уҙғарыу майҙығы булды.
- Нәҡ эшсе ҡулдар беҙҙе уратып алған бөтә нәмәне булдыра. Сифатлы, оҫта эшләүегеҙ һәм унда ғына туҡтап ҡалмай, оҫталығығыҙҙы артабан үҫтерергә теләүегеҙ өсөн бик рәхмәтлебеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Бындай конкурстарға ярҙам күрһәтербеҙ һәм дауам итербеҙ. Төрлө кимәл етәкселәрегеҙ матди яҡтан ярҙам итһендәр ине. Был грамоталарға премиялар, ниндәйҙер түләүҙәр өҫтәлһен ине. Бында етәкселәр ҙә йыйылған. Улар мине ишетәлер һәм ошондай эште башҡарыр тип ышанам. Ул хеҙмәтегеҙгә баһа биреүгә ҙур өлөш булыр, әлбиттә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда конкурс алты номинация буйынса уҙғарылды: «Иң яҡшы иретеп йәбештереүсе», «Бүлеү селтәрҙәрен файҙаланыу буйынса иң яҡшы электр монтеры», «Иң яҡшы умартасы», «Иң яҡшы ауыл хужалығы етештереү тракторсыһы-машинисы», «Иң яҡшы маляр», «Иң яҡшы ашнаҡсы-кондитер».
Еңеүселәр һәм призерҙар исемлеге Башҡортостан Башлығының рәсми сайтында
баҫылып сыҡҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1099510-rustem-khamitov-vruchil-diplomy-pobeditelyam-i-prizyeram-konkursov-profmasterstva/