11:40 (UTC+5), 29 Декабрь 2017

Күмертауҙа ашығыс ярҙам алыу уңайлыраҡ

Кумертау ҡалаһы хакимиәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә Күмертау ҡалаһына өс ашығыс ярҙам машинаһы килде. Автомобилдәр ябай һәм төньяҡ башҡарыуҙа ла тәҡдим ителгән. Машиналар дефибрилляторҙар, ЭКГ аппараттары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, пульсоксиметрҙар, ингаляторҙар, шиналар йыйылмаһы, ауырыуҙарҙы һалып ташыу ҡоромалдары менән йыһазландырылған. Автомобилдәрҙә кондиционерҙар ҡуйылған. Моноҡалалар өсөн ашығыс ярҙам машиналары федераль бюджет аҡсаларына алынған. Ноябрь айында Рәсәй Хөкүмәте 59 төбәк өсөн 680,7 миллион һумға 262 автомобиль һатып алыу тураһында бойороҡ ҡабул итте. Машиналар илебеҙҙә етештерелгән.
«Был тапшырма Рәсәй субъекттарында ашығыс ярҙам автомобилдәрен яңыртыу һәм ағымдағы йылда моноҡалаларҙы ашығыс ярҙам машиналары менән тәьмин итеү маҡсатында бойомға ашырылды», — тип хәбәр иттеләр Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә.
Алдан шул уҡ моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһында Учалы ҡалаһы ике ашығыс ярҙам машинаһы алды.
http://www.bashinform.ru/news/1099795-neotlozhnaya-pomoshch-v-kumertau-stanet-bolee-dostupnoy-i-effektivnoy/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика