07:56 (UTC+5), 29 Декабря 2017

Эске эштәр министрлығы төбәктә йәшәүселәрҙе байрам көндәрендә хәүефһеҙлек саралары хаҡында иҫкәртә

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан полицейскийҙары байрам көндәрендә халыҡтың именлеген тәьмин итә һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлай. Төбәк Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика ҡала һәм райондарының боҙ майҙансыҡтарында полиция хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итә. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү Рәсәй гвардияһы һәм шәхси һаҡ ойошмалары менән берлектә тормошҡа ашырыла.
Ведомство бәхетһеҙ осраҡ йәки енәйәтсе ҡорбаны булмаҫ өсөн спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итә.
«Мөлкәтте һаҡлауҙы ла оноторға ярамай. Ял көндәрендә сәйәхәткә юлланыусыларға Эске эштәр министрлығы торлаҡты сигнал ҡорамалдары менән йыһазландырырға тәҡдим итә. Күршеләрегеҙҙән йәки таныштарығыҙҙан ишектең, йоҙаҡтың бөтөнлөгөн ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп тороуҙарын һорағыҙ. Әйберҙәрегеҙҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға тәртип һаҡсылары.
Ата-әсәләр балаларын, шул иҫәптән халыҡ күп йөрөгән урындарҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш. Бәлиғ булмағандарға урамда хәүефһеҙ йөрөүҙең төп ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү зарур.
Граждандар хоҡуҡ боҙоу осраҡтары, ҡылынған енәйәттәр тураһында полиция бүлектәренә йәки 02, 102 телефондары буйынса хәбәр итә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1099487-mvd-napominaet-zhitelyam-bashkirii-o-merakh-bezopasnosti-v-predstoyashchie-prazdniki/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика