03:40 (UTC+5), 29 Декабря 2017

1 ғинуарҙа Ер шарында халыҡ иҫәбе 7,444 миллиард кешегә етә

Андрей Старостин
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2018 йылдың 1 ғинуарында Ер шарында халыҡ иҫәбе 7,444 миллиард кешегә етә, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы Америка Ҡушма штаттарының Иҫәп алыу бюроһы фараздарына һылтанып.
2017 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда Ерҙә йәшәүселәр 78,5 миллион кешегә күбәрек буласаҡ, тип билдәләнә киң таралған мәғлүмәттә. Артым 1,07 процент тәшкил итәсәк. «Киләһе йылдың ғинуарында секунд һайын 4,3 бала донъяға киләсәк, 1,8 кеше үләсәк тип көтөлә».
Алдан Бюро 2050 йылда донъяла 9 миллиард кеше буласаҡ тип фаразлағайны. XI быуат башында Ерҙә 310 миллион кеше йәшәгән, 1900 йылда – 1,6 миллиард кеше. 1999 йылда халыҡ иҫәбе 6 миллиардтан артҡан. 2011 йылда 7 миллиард кеше иҫәпләнгән.
http://www.bashinform.ru/news/1099563-1-yanvarya-chislennost-naseleniya-zemli-dostignet-7-444-mlrd-chelovek/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика