10:10 (UTC+5), 28 Декабря 2017

Яңы йыл алдынан күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды

БР Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Бөгөн, 28 декабрҙә, республика Хөкүмәте йортонда күп балалы әсәләргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырыу тантанаһы үтте. Награда ойошторолғандан алып 7,5 меңдән ашыу гүзәл зат юғары исемгә лайыҡ булды. Мөһим көн менән Башҡортостан Башлығы исеменән күп балалы ҡатындарҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы. Биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 44 әсә дәүләт наградаһы менән бүләкләнде.
«Бала саҡтан һәр кем Яңы йыл мөғжизәһенә ышана. Был залда йыйылғандар үҙенә кәмендә биш тапҡыр тылсым теләгән һәм ул тормошҡа ашҡан. Балаларығыҙ бөтә ғүмер буйына һеҙгә тик шатлыҡтар килтерер тип ышанам. Башҡортостан Республикаһы илдә беренселәрҙән булып «Әсәлек даны» миҙалын ойошторған (1998 йылда) һәм был иң дәрәжәле наградаларҙың береһе. Әсә йөрәге тормоштағы бөтә ауырлыҡтарҙы үтеп сығырға ярҙам итә. Яңы йылда бөтә теләктәрегеҙ ҡабул булһын», — тине вице-премьер.
Ғаиләләргә ярҙам итеү ил һәм төбәк етәкселеге эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора, киләһе йылда социаль йөкләмәләр тулы күләмдә башҡарыласаҡ, тип билдәләне Салауат Сәғитов.
«Дәртләндереүсе саралар ғаиләләрҙең финанс тотороҡлоғон күтәреүгә, һөҙөмтәлә, тыуымды арттырыуға булышлыҡ итәсәк», — тип йомғаҡланы вице-премьер.
http://www.bashinform.ru/news/1099286-v-bashkirii-v-preddverii-novogo-goda-mnogodetnym-materyam-vruchili-medali-materinskaya-slava/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика