Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
19+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Декабрь 2017, 13:29
Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө томан хаҡында иҫкәртә
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн, 28 декабрҙә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы көслө томан тураһында хәбәр таратты. Ведомство мәғлүмәте буйынса, кесаҙна республикала урыны менән көслө томан төшөүе һәм юлдарҙа 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе көтөлә.
«Томан ваҡытында автомобилдә хәрәкәт итеүҙең төп критерийҙары: әлеге шарттар өсөн оптималь тиҙлек, иғтибарлылыҡ һәм һаҡлыҡ. Күп кенә водителдәрҙең ошондай хәлдә ҡалғаны бар: ҡуйы томандан капотты ла күрерлек түгел. Бындай саҡта бер аҙ көтөргә кәрәк. Сөнки кюветҡа осҡансы, бер нисә сәғәт көтөп ултырыу яҡшыраҡ», — тип хәбәр итә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.
http://www.bashinform.ru/news/1099199-mchs-bashkirii-preduprezhdaet-o-silnom-tumane-/
Теги:
томан
һауа торошо
ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
Читайте нас: