02:30 (UTC+5), 28 Декабрь 2017

Башҡортостан кадеттары Волга буйы федераль округының Яңы йыл байрамында булды

Баш федераль инспектор матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Түбәнге Новгород филармонияһының Кремль концерт залында Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич ҡарамағында Яңы йыл байрамы үтте.
Байрам тамашаһында Волга буйы төбәктәренән меңләгән бала, шул иҫәптән Волга буйы федераль округында Александр Доставалов исемендәге Башҡортостан кадет корпусынан 20 тәрбиәләнеүсе булды. Шулай уҡ шыршы байрамына балалар йорттары һәм мәктәп-интернаттары тәрбиәләнеүселәре, күп балалы ғаиләләрҙән булған, һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған һәм зыян күргән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре балалары, округтағы ижтимағи әһәмиәтле проекттар еңеүселәре һәм лауреаттар саҡырылғайны.
Йәш ҡатнашыусылар әкиәт тамашаһын ҡараны, Ҡыш бабай һәм Ҡар һылыу менән шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнаны, һуңынан татлы яңы йыл бүләктәре алды. Округ төбәктәренән килгән ҡунаҡтар Түбәнге Новгородтың иҫтәлекле урындарында булды.
http://www.bashinform.ru/news/1098635-kadety-iz-bashkirii-pobyvali-na-okruzhnoy-novogodney-elke-pfo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика