04:00 (UTC+5), 27 Декабрь 2017

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Ордендар, ведомство билдәләре, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән 53 кешенең профессиональ ҡаҙаныштары баһаланды. Улар араһында – төҙөүселәр, энергетиктар, аграрийҙар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, урман хужалығы, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре.
- Һеҙҙе лайыҡлы дәүләт наградаларығыҙ менән ҡотлайым. Артабан да шулай эшләрһегеҙ тип ышанам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Был залда төрлө һөнәр, йүнәлеш, тармаҡ вәкилдәре йыйылған. Әммә һеҙҙе эшегеҙгә ҡарата ижади мөнәсәбәт, коллектив һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә яҡшы эшмәкәрлек берләштерә. Бындай эш оҙаҡ йылдар дауам итһен ине, әлбиттә.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, киң мәғлүмәт сараларына республиканың ҡаҙаныштары, хеҙмәт кешеләренең уңыштары хаҡында йышыраҡ һөйләргә кәрәк.
- Беҙҙе ҡайһы берҙә кире мәғлүмәт менән «артыҡ туйҙыралар», ә бындай ыңғай эш йыш ҡына ситтә тороп ҡала. Был дөрөҫ түгел. Бөгөн позитив булдырғандарға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү мөмкинлеге бар, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Был тормошта иң мөһиме. Хәл-ваҡиғалар таҫмаһы түгел, ә йәмғиәтебеҙҙең, тормошобоҙҙоң нигеҙе – хеҙмәт, эш.
http://www.bashinform.ru/news/1098455-rustem-khamitov-vruchil-gosudarstvennye-nagrady-rossii-i-bashkortostana/
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика