05:40 (UTC+5), 27 Декабря 2017

Өфөлә өс йәшлек бала «аҫрауға алынған» өләсәйле булды

«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан халҡы яңғыҙ пенсионерҙарҙы йышыраҡ опекаға ала башланы. Өс ай эсендә Оло йәштәгеләрҙе тәрбиәгә алыу программаһын тормошҡа ашырғанда 24 пенсионер яңы йорт тапты, тағы 40 ғаилә ошо проектта ҡатнашыу өсөн документтар тултыра.
Шул рәүешле республиканың баш ҡалаһында өс йәшлек Павел өләсәйле булды, ул уны бик ярата. Пенсионер ейәнен балалар баҡсаһынан кәнфиттәр, вафли һәм самауыр сәйе менән ҡаршы ала. Бер нисә йыл элек кенә ҡатын яңғыҙы көн итә ине, бөгөн иһә ул яҡындары эргәһендә бик бәхетле. Быға тиклем улар күрше йәшәгән. Ҡатын яңғыҙы ҡалғас һәм Пашаның әсәһе ата-әсәһен юғалтҡас, ҡыҙ өләсәйҙе «аҫрауға алырға» хәл итә.
Тәрбиәгә алған ғаиләләргә ҙур булмаған пособие – 6-8 мең һум аҡса түләнә, уның суммаһы кешенең йәшенә һәм инвалид булыу-булмауына бәйле. Шулай уҡ пенсионер үҙенең пенсияһының 70 процентҡа тиклемен ғаилә бюджетына һалырға тейеш. Аҡса торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен түләү, аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар һатып алыу өсөн тотонола. Ләкин бында матди файҙа хаҡында һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Һәр пенсионерға яңы ғаилә һәм дәүләт яғынан айырым тәрбиә кәрәк, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.
Оло йәштәгеләрҙе тәрбиәгә алыу программаһы Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәрендә бойомға ашырыла. Һәр төбәктә опекаға алыу шарттары төрлөсә, әммә барыһының да маҡсаты бер – ололар өсөн интернаттарҙы аҡрынлап ябыу.
http://www.bashinform.ru/news/1098512-v-ufe-trekhletniy-rebenok-obrel-udocherennuyu-babushku/?
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика