09:30 (UTC+5), 26 Декабрь 2017

«Ялла» төркөмөн ойоштороусы Фәррух Закиров республика халҡын Яңы йыл менән ҡотланы

видео скриншоты
видео скриншоты
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Күренекле йырсы һәм композитор, «Ялла» төркөмөн ойоштороусы, Үзбәкстандың халыҡ артисы Фәррух Закиров республика халҡын яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотланы.
Билдәле музыканттың ҡотлауын Үзбәкстанда «Ҙур сумаҙан. Трубадур менән акустик сәйәхәт» тапшырыуының сираттағы сығарылышын төшөргәндә яҙып алғандар.
«Беҙҙең ижади төркөм яңы ғына Ташкенттан ҡайтты. Унда беҙҙе Үзбәкстан Республикаһының туризмды үҫтереү буйынса дәүләт комитеты саҡырғайны, — тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты «Тамыр» телеканалы режиссеры Рөстәм Аҙнабаев. – Быныһында проекттың алып барыусыһы Руслан Фаршатов Урта Азияның баш ҡалаһы тауыштарын эҙләне һәм яҙҙырып алды. Беҙ боронғо Хива ҡалаһында булдыҡ, унда ғәҙәти булмаған үзбәк музыка ҡоралдары: сурнай, карнай, дойра һәм кайраҡ менән таныштыҡ».
Проект ҡағиҙәләре буйынса алып барыусы урындағы йырҙы ятлап алырға, уны башҡарырға, шул рәүешле киске ашҡа аҡса эшләргә тейеш. Руслан Фаршатов бер юлы ике әҫәр ятланы һәм улар икеһе лә легендар «Ялла» төркөмө репертуарынан. Әйткәндәй, алып барыусы йырҙы Ташкент урамдарында башҡарырға Фәррух Закировтан рөхсәт алды.
http://www.bashinform.ru/news/1097600-osnovatel-gruppy-yalla-farrukh-zakirov-pozdravil-zhiteley-bashkirii-s-novym-godom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика