11:50 (UTC+5), 26 Декабрь 2017

Мәскәүҙә Башҡортостан вәкилдәренә – сәйәси репрессия ҡорбандарына мемориаль таҡтаташ асылды

ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙәге Дон зыяратында сәйәси репрессия ҡорбандары булған 14 башҡорт интеллигенцияһы вәкиленә мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһы уҙҙы. Ошондағы 1-се дөйөм ҡәберҙә XX быуаттың тәүге яртыһында Башҡортостан Республикаһының һәм Совет Рәсәйенең ойошторолоуына ҙур өлөш индергән дәүләт, хәрби һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең кәүҙәһе ята. Улар – Муса Мортазин, Хафиз Ҡушаев, Муллайән Халиҡов, Афзал Таһиров, Харис Йомағолов һәм башҡа күренекле шәхестәр.
Мемориаль таҡтаташтың дизайнын республиканың Хәйбулла районында тыуып үҫкән, әлеге көндә Мәскәүҙә йәшәгән архитектор Лилиә Әбделмәнова эшләгән. Гранит плитәлә исем-шәрифтәр яҙылған, уның осонда ҡурай сәскәһе тора.
«Башинформ» агентлығына Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыған Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе Азат Бадранов хәбәр итеүенсә, мемориаль таҡтаташты асыуҙа Мәскәү студенттары, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге хеҙмәткәрҙәре Олег Маликов һәм Марат Мирхәйҙәров, шулай уҡ Федерация Советы ағзаһы Рафаил Зинуров ҡатнашты. Һәләк булғандарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алдылар. Сара һуңында мулла мәрхүмдәр иҫтәлегенә доға ҡылды.
«Дон зыяратындағы дөйөм ҡәбер тәрән мәғәнәгә эйә. Ул дошмандарҙы, ҡорбандарҙы һәм палачтарҙы яраштырҙы. Мәҫәлән, тәфтишселәр һәм сәйәси репрессияларҙы тормошҡа ашырған башҡа кешеләр ҡорбандары артынса Дон зыяратында мәңгелек йоҡоға талды, — тип билдәләне агентлыҡ әңгәмәсеһе. — Сара барышында мин Дон зыяратының тарихын һәм мемориаль таҡтаташта яҙылған һәр кемдең биографияһын һөйләнем».
http://www.bashinform.ru/news/1097776-v-moskve-otkrylas-memorialnaya-doska-urozhentsam-bashkirii-zhertvam-politicheskikh-repressiy/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика