02:30 (UTC+5), 26 Декабря 2017

2018 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәй автомобилистары өсөн нимә үҙгәрә

Ксения Калинина
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Бер аҙнанан Рәсәй водителдәрен бер нисә яңылыҡ көтә. «Известия» хәбәр итеүенсә, 2018 йылдың 1 ғинуарынан ҡараңғылатҡыс өсөн штрафтар үҙгәрә. Яза суммаһы өс тапҡырға арта.
«Автомобилдең алғы тәҙрәһе яҡтылыҡты 75 процентҡа тиклем, ә ҡабырға яҡтағы тәҙрәләр 70 процентҡаса үткәрһә был ҡараңғылатҡыс боҙоу тип иҫәпләнә. Ул ҡараңғыраҡ булған хәлдә водителгә беренсе тапҡыр элекке 500 һум урынына 1,5 мең һум түләргә тура киләсәк. Ҡабатланған осраҡта штраф 5 мең һум тәшкил итәсәк», — тип хәбәр итә баҫма.
Шулай уҡ автоһәүәҫкәрҙәргә «тыныс хәрәкәт зонаһы» тип аталған яңы билдәләргә аптырарға кәрәкмәй. Улар ихаталарҙа, сәғәтенә 10-20 саҡрымғаса тиҙлек сикләнгән биләмәләрҙә ҡуйыласаҡ. Йәйәүлеләр бындай урындарҙа үҙҙәренә уңайлы ерҙән юл аша сыға ала.
Штраф тупларға яратыусыларға уйланыу зарур. 2018 йылда суд приставтары штрафтар суммаһы 10 мең һумдан артҡан водителдәрҙең өйөнә барыу хоҡуғына эйә. Улар водитель таныҡлығынан мәхрүм итә ала.
Һуңғыһы: белгестәр сираттағы бензинға хаҡтарҙың артыуын фаразлай - уртаса ул 60 тингә. Белгестәр киләһе хаҡтар артыуын апрель айында көтә.
http://www.bashinform.ru/news/1097269-chto-izmenitsya-dlya-avtomobilistov-rossii-s-1-yanvarya-2018-goda/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика