Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
84.38
0
99.33
0
67.57
+0.65
17+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Декабрь 2017, 14:00
Өфөнән йөҙҙән ашыу уҡыусы Кремль шыршыһына юлланды
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостандың һәләтле балалары «Өфө» аэропортынан Кремль шыршыһына юлланды. Ғәҙәттәгесә, балалар өсөн өҫтөнлөклө хеҙмәтләндереү ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр Өфө авиаүҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән.
25 декабрҙә иртән республиканың ҡала-райондарынан йөҙҙән ашыу һәләтле бала илдең төп шыршыһына юлланды. Төркөм һәм оҙатыусылар «Урал һауа юлдары» авиакомпанияһының махсус рейсы менән осто.
Һауа карабы хеҙмәткәрҙәре талантлы балаларҙы оҙатыуға ҙур иғтибар менән ҡарай: улар өсөн өҫтөнлөклө хеҙмәтләндереү, медицина персоналының дежурлығы ойошторола, самолетта биреләсәк ризыҡтар ҡабаттан тикшерелә. Бынан тыш, көтөү залында уларға байрамса шарттар булдырыла. Бөгөн йәш пассажирҙарҙың уңайлығы өсөн «Өфө» аэропортында 2-се терминалда махсус теркәү пункттары бүленде.
Башҡортостан делегацияһы составында быйыл Кремль шыршыһына сәфәр менән бүләкләнгән «Голос. Дети» шоуы финалсыһы Марсель Сабиров та бар. «Быйыл минең тауышым үҙгәрә, шуға күрә мин бер ҡайҙа ла сығыш яһамайым, — тип һөйләне Марсель. — Был сәфәрҙе түҙемһеҙлек менән көттөм. Беҙ Мәскәүгә барып етмәгәнбеҙ әле, шулай ҙа кәйеф шәп».
Делегацияны Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Гүзәл Шаһиева оҙатты. Улл йәш таланттарға уҡыуҙа, спортта һәм ижадта уңыштар теләне. «Һеҙҙең һәр уңышығыҙ — беҙҙең өсөн ғорурлыҡ. Артабан да яңы үрҙәр яуларһығыҙ һәм республикабыҙҙы данларһығыҙ тип ышанам», — тине Гүзәл Шаһиева, балаларға мөрәжәғәт итеп.
Кремль шыршыһына конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, уҡыу алдынғылары, балалар йорттарында, мәктәп-интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр саҡырыла. Мәскәүҙә улар өсөн күңел асыу саралары — экскурсия, яңы йыл тамашалары ҡаралған. 26 декабрҙә Башҡортостандың йәш һәләттәре Кремль шыршыһына бара, 27-һендә Өфөгә әйләнеп ҡайта.
http://www.bashinform.ru/news/1097382-iz-ufy-na-kremlevskuyu-elku-otpravilis-bolee-sta-shkolnikov/
Теги:
кремль шыршыһы
Читайте нас: