11:04 (UTC+5), 25 Декабрь 2017

214 пассажир Өфөнән Вьетнамға ял итергә оса алманы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. 24 декабрҙә «Жемчужная река» туроператоры сайтында Өфөнән һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан Камрань аэропортына (Вьетнам) рейстарҙы туҡтатыу тураһында мәғлүмәт барлыҡҡа килде. Ошо көндән алып 1 ғинуарға тиклем бөтә рейстар ҙа туҡтатылды. Сәбәбе — «яңы йыл байрамдары осоронда халыҡтың күплеге».
«Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Северный ветер» авиакомпанияһы Башҡортостандың баш ҡалаһынан Ҡазанға, ә һуңынан Вьетнамға рейсты туҡтатты. 214 пассажир сәйәхәткә юлланырға тейеш ине.
«Туроператор һәм авиакомпания вәкилдәре пассажирҙарға рейсты туҡтатыу тураһында хәбәр итте. Барлыҡ клиенттарға компенсация ҡаралған», — тип асыҡлыҡ индерҙе Өфө аэропорты вәкилдәре.
Туроператор шулай уҡ туристарҙан 2018 йылдың 1 ғинуарына тиклем бронь һалынған турҙар буйынса тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүҙәрен һорай.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 декабрҙә Рәсәйҙең биш ҡалаһынан (Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ҡазан, Төмән) Ҡытайҙың Хайнань утрауына авикомпанияның чартер осош программаһы башланырға тейеш ине.
http://www.bashinform.ru/news/1097293-214-passazhirov-ne-smogli-vyletet-iz-ufy-na-otdykh-vo-vetnam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика