Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
7+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Декабрь 2017, 17:44

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы: ял көндәрендә көслө ҡар яуыуы көтөлә

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республика халҡын 23 декабрҙә көслө ҡар яуыуы хаҡында иҫкәртә.
Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 декабрҙә төндә республиканың көнбайыш райондарында көслө ҡар, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында ҡар һырынтылары көтөлә. Һауа температураһы 23 декабрҙә төндә 14-19, урыны менән 23 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ -6, -11.
Һауа шарттарының боҙолоуына бәйле водителдәргә техник яҡан төҙөк булмаған транспортта юлға сыҡмаҫҡа һәм иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда һәм трасса буйында үтә һаҡ булырға кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1096917-mchs-po-bashkirii-v-vykhodnye-ozhidaetsya-silnyy-snegopad/
Читайте нас: