10:00 (UTC+5), 22 Декабря 2017

Өфөлә икенсе тапҡыр Ғаилә ялы үтә

БР Ғаилә,хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы
БР Ғаилә,хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 23 декабрҙә Өфөлә «ULTRA» сауҙа-мәҙәни үҙәгендә (Баҡалы урамы, 27) иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 3-кә ҡәҙәр «Ғаилә ялы» үтә. Сараны Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора.
Был көндө үҙәккә килеүселәрҙе яңы йыл ижади оҫталыҡ дәрестәре һәм ғаилә ялы өсөн интерактив зоналар көтә. Балалар ата-әсәләре менән бергәләп скрапбукинг техникаһында яңы йыл открыткаһы йәки квиллинг техникаһында шыршы уйынсығы эшләй, яңы йыл бүләген матур итеп биҙәргә өйрәнә ала. Ата-әсәләрҙең логопед һәм психолог менән, шул иҫәптән ғаилә мөнәсәбәттәре темаһына аралашыу мөмкинлеге буласаҡ.
Бындай сараны министрлыҡ икенсегә уҙғара. Бер ай элек Әсә көнө алдынан Беренсе республика Ғаилә шәмбеһендә бер мең балалы ғаилә ҡатнашты. Ғаилә ялын даими уҙғарыу һәм был тәжрибәне республика ҡалалары һәм райондары буйлап таратыу күҙаллана.
http://www.bashinform.ru/news/1096037-v-ufe-vo-vtoroy-raz-proydet-semeynyy-vykhodnoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика