08:32 (UTC+5), 22 Декабря 2017

Башҡортостандың баш ҡалаһында автоһәүәҫкәрҙәр машиналарҙан ҙур шыршы төҙөй

Azat Valiev каналы, YouTube
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә водителдәрҙе автомобилдәрҙән ҙур яңы йыл шыршыһын төҙөргә саҡыралар. Уҙып барған йылдың төп автоваҡиғаһы 29 декабргә билдәләнгән. Байрам флешмобында ҡатнашыусылар киске сәғәт 10-ға Рубежная урамындағы парковкаға йыйыла.
Ойоштороусылар былтырғы рекордты уҙып китергә теләй. Ул саҡта шыршы төҙөүҙә 215 машина ҡатнашҡайны, унда өс юл-патруль хеҙмәте автомобиле һәм бер ашығыс ярҙам машинаһы композицияның йондоҙо булды.
«Кил! Дуҫтарыңды ла ал, беҙ һине көтәбеҙ. Тағы ла күңеллерәк, сағыуыраҡ һәм ҙурыраҡ буласаҡ», — тип вәғәҙәләй ойоштороусылар.
Сарала баш ҡалалағы автоүҙәктәр, автоберләшмәләр, автоклубтар һәм теләгән һәр кем ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1096469-v-stolitse-bashkirii-avtolyubiteli-postroyat-iz-mashin-gigantskuyu-elku/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика