04:50 (UTC+5), 22 Декабря 2017

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы йыл алдынан һәм байрам көндәрендә поликлиникаларҙың эш графигы хаҡында хәбәр итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы йыл алдынан һәм байрам көндәрендә поликлиникаларҙың нисек эшләүе тураһында хәбәр итте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика халҡына медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү өсөн амбулатор-поликлиника бүлексәләре 2017 йылдың 30-31 декабрендә һәм 2018 йылдың 1-8 ғинуарында иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй. Саҡырыуҙар көндөҙгө 3-кә тиклем ҡабул ителә.
Граждандарҙы стационар дауалау, медицина ярҙамын ваҡытында күрһәтеү маҡсатында стационар бүлексәләрҙә койкалар резервы ҡаралған. Билдәләнгән көндәрҙә ашығыс стоматологик ярҙам алырға мөмкин.
2017 йылдың 16 декабренән 2018 йылдың 9 ғинуарына тиклем ойошторолған балалар төркөмө байрам сараларында ҡатнашҡан саҡта медицина тәьминәте һәм барлыҡ тейешле гигиена, санитар-эпидемиология саралары ойошторолған. Бәлиғ булмағандарҙы йөрөтөүҙе ойошторған саҡта оҙатыу, килеп төшөү урындарында һәм юлда саҡта йәрәхәтләнеүҙәргә юл ҡуймау буйынса саралар ҡабул ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1096478-v-minzdrave-bashkirii-soobshchili-o-grafike-raboty-poliklinik-v-prednovogodnie-i-prazdnichnye-dni-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика