07:30 (UTC+5), 21 Декабрь 2017

«Сәй менән йылытабыҙ!» яңы йыл акцияһы: Өфө урамдарында халыҡты эҫе сәй менән һыйлайҙар

БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты
БР Сауҙа буйынса дәүләт комитеты
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Яңы йыл алдынан Башҡортостандың баш ҡалаһында «Сәй менән йылытабыҙ!» дегустация акцияһы башланды. «Башҡортостан продукты»ның махсуслаштырылған автокибете күмәк кеше булған ял итеү урындары буйлап йөрөй һәм өфөләрҙе ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә эҫе сәй менән һыйлай.
«Өфөләр һәм баш ҡала халҡы Башҡортостандың үлән сәйҙәре менән һыйлана, шулай уҡ бүләктәр ота ала. «Башҡортостан продукты» автокибете янында «Башҡортостан үләндәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте сәйен тотоп фотоға төшкән һәм уны #сәй менән йылытабыҙ#Башҡортостан үләндәре хэштегы менән социаль селтәрҙә урынлаштырған һәр кем бүләк отоуҙа ҡатнаша. Акцияның бүләк фондына термопот, телефон, «Башҡортостан үләндәре» продукцияһы йыйылмалары инә», — тип хәбәр итте Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Нина Никандрова.
Акцияны ойоштороусылар ҡала буйлап автокибет маршрутын әҙерләгән. Кисә Өфөнөң Дим районындағы мәҙәниәт һәм ял итеү паркында көн аҙағынаса Башҡортостан үләндәренән эшләнгән эҫе сәйҙән ауыҙ итеп булды.
Актокибеттең киләһе туҡталышы – Салауат Юлаев майҙаны. Бында ул өс көн дауамында көндөҙгө сәғәт 3-тән киске 7-гә тиклем тора.
25-26 декабрҙә көндөҙгө сәғәт 12-нән 4-кә тиклем барлыҡ теләүселәр Орджоникидзе исемендәге майҙанда шифалы сәй менән һыйлана һәм автокибет янында фото төшә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1095378-novogodnyaya-aktsiya-chaem-sogrevaem-ufimtsev-besplatno-ugoshchayut-goryachim-chaem-na-ulitsakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика