09:11 (UTC+5), 21 Декабрь 2017

Республика ауылдарының береһендә дөйөм тырышлыҡ менән яңы мәсет ҡалҡып сыҡты

Йәрмәкәй районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 20 декабрҙә Йәрмәкәй районының Иҫке Турай ауылында «Мансаф» мәсете асылды. Был көндә ауыл халҡы исламдағы иң оло байрамдарҙың береһен — Мәүлитте билдәләне.
Майҙаны 68 квадрат метрлыҡ иман йорто шәхси иғәнәләр иҫәбенә бер йыл эсендә төҙөлдө, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән. Һәр кем хәленән килгәнсә дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Ауыл халҡының шатлығын бүлешеү өсөн тантаналы сараға абруйлы ҡунаҡтар: Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, район хакимиәте башлығы Илшат Райманов, район мосолмандары ойошмаһы етәксеһе Фидан хәҙрәт Тимербаев, күрше райондарҙан имам-мөхтәсибтәр килде.
Иҫке Турай Йәрмәкәй районында боронғо ауылдарҙың береһе һанала, уға 1552 йылда нигеҙ һалынған һәм Байлар улысына ҡараған. Революцияға тиклем ауылда дүрт мәсет һәм ике мәҙрәсә булған. Һуңғы Аллаһ йорто 1914 йылда һалынған. Мулла итеп Күлбай ауылынан Мансаф Кашапов тәғәйенләнгән. 1917 йылғы октябрь ваҡиғаларынан һуң мәсеттәр емерелә, уларҙан ҡалған материалдан мәктәп төҙөлә. Яңы мәсет һуңғы мулланың хөрмәтенә аталған. Имам-хатип итеп уның ейәне Флүр Кашапов һайланған.
«Аллаһ йортон асыу — бөйөк эш, әммә иң мөһиме, уның ишеге һәр саҡ асыҡ булһын. Бында йома намаҙҙары уҡылһын, исем ҡушыу һәм никахлашыу йолалары башҡарылһын, дини байрамдар ойошторолһон ине. Һәммәгеҙҙе лә изге эштәр ҡылырға, мохтаждарға ярҙам итергә саҡырам», — тине Тәлғәт Тажетдин һәм мәсет төҙөүҙә булышлыҡ иткән бағыусыларға Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Тантаналар өйлә намаҙын уҡыу менән тамамланды. Һуңынан тирмәләрҙә милли ризыҡтар һәм хуш еҫле былау менән һыйланырға мөмкин ине.
http://www.bashinform.ru/news/1095817-v-odnom-iz-sel-bashkirii-za-schet-chastnykh-pozhertvovaniy-vozveli-novuyu-mechet-/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика