07:25 (UTC+5), 21 Декабрь 2017

Рөстәм Хәмитов именлек органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының именлек органдары ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.
– Ошо йылдар эсендә именлек органдарының исеме бер нисә тапҡыр үҙгәртелде. Ләкин бер нәмә генә үҙгәрешһеҙ ҡалды – бында Тыуған илен эске һәм тышҡы янауҙарҙан һаҡлау буйынса иң ҡатмарлы һәм хәүефле бурыстарҙы үтәргә әҙерҙәр хеҙмәт итә, – тине республика етәксеһе. – Һәр заманда ла илебеҙҙәге махсус хеҙмәттәр тап шундай хеҙмәткәрҙәр менән көслө булды. Дәүләттең көсө, халҡының именлеген тәьмин итергә һәләтле булыуы ошонда сағыла ла инде.
Төбәк башлығы махсус хеҙмәттәр алдында торған төп бурыстарҙы билдәләне. Улар иҫәбендә – иҡтисади һәм сәнәғәт именлеген тәьмин итеү, киберянауҙарға ҡаршы тороу, иҡтисади енәйәтселек менән көрәш, экстремизмды һәм терроризмды иҫкәртеү.
– Сираттағы йыл тамамланып килә. Уның һөҙөмтәләре республикала социаль һәм иҡтисади хәлдең тотороҡло булыуы хаҡында һөйләй, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Сәнәғәт етештереүе 2,3 процентҡа артты. 2 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелде. Сауҙа өлкәһе йәнләнә, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр киңәйә. Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр асыла. Бөртөклө культураларҙан һуңғы тиҫтә йылда иң юғары – 4 миллион тоннаға яҡын уңыш үҫтереп алынды. Хеҙмәт баҙары һәм социаль өлкә күрһәткестәре яҡшыра. Ошо һәм башҡа ҡаҙаныштар законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыу буйынса эш һөҙөмтәһе булып тора.
Республика етәксеһе идаралыҡтың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә яҡшы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Башҡортостан Хөкүмәте киләсәктә лә идаралыҡҡа ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә әҙер, – тине Рөсәм Хәмитов. – Хеҙмәткәрҙәрҙең юғары профессионализмы, аналитик һәм оператив сифаттары дәүләттең именлеген тәьмин итеүгә, йәмғиәттә тотороҡлоҡто һаҡлауға, граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлауға хеҙмәт итер тип ышанам.
http://www.bashinform.ru/news/1095724-rustem-khamitov-pozdravil-rabotnikov-organov-bezopasnosti-s-professionalnym-prazdnikom/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика