12:46 (UTC+5), 20 Декабрь 2017

Яҡташыбыҙ Дағстандағы хеҙмәт ҡоллоғонан ҡасҡан

«Альтернатива» хәрәкәте
«Альтернатива» хәрәкәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кешеләрҙе ҡоллоҡтан азат итеү менән шөғөлләнгән «Альтернатива» хәрәкәте әүҙемселәре Башҡортостандан алыҫ юлға йөрөүсе шоферға өйөнә ҡайтырға ярҙам итте. Ул Дағстанда хеҙмәт ҡоллоғонда булған.
54 йәшлек Радик Казин тәүҙә Мәскәүгә эшкә килә. Һөнәре буйынса эш тапмағас, күпмелер ваҡыт Мәскәү өлкәһе Малаховка ҡасабаһындағы төҙөлөштә иретеп йәбештереүсе булып эшләй. Аҡса түләмәгәнлектән, Радик эштән сыға һәм аҡсаһыҙ, паспортһыҙ урамда тороп ҡала. Киев вокзалында ул билдәһеҙ ир менән таныша һәм ул уға Каспийск ҡалаһында айына 45 мең һумға иретеп йәбештереүсе эшен, йәшәргә урын һәм өс тапҡыр туҡланыу тәҡдим итә. Шул рәүешле яҡташыбыҙ Дағстанға хеҙмәт ҡоллоғона барып эләгә. Ҡот осҡос шарттарҙа йәшәй, көнөнә бер тапҡыр ғына ашай, эш хаҡы тураһында һүҙ ҙә булмай, тип хәбәр итә ойошманың ирекмәндәре. Иң мөһиме, ул ҡасып китә алмай — ҡолдарҙы бикләп тотҡандар. Әйткәндәй, бер көндө Радик ҡоллоҡтан ҡаса һәм шул саҡта ирекмәндәр уға Дағстандан Мәскәүгә ҡайтырға ярҙам итә. Башҡортостанға тиклем билетҡа аҡса эшләү маҡсаты менән ир йәнә эшкә урынлаша һәм яҙмыш ҡушыуы буйынса Каспийскиҙағы ошо уҡ заводҡа барып эләгә.
Бер көндө Илья исемле берәү Радикты һатып ала һәм үҙенә теплица төҙөргә алып ҡайта. Бер аҙ ваҡыт үткәс, ир хужаһынан өйөнә ҡайтырға рөхсәт һорай, тегеһе ҡаршы килмәй. Уның менән бергә Ильяла алты йыл буйына тир түккән тағы бер кеше ҡайтырға сыға. Хужа аҡсаһыҙ һәм документтарһыҙ ирҙәр бер ҡайҙа ла китә алмаҫ тип уйлағандыр, бәлки. Ләкин ҡасҡындар Махачкалаға барып етә. Бында Радик полицияға мөрәжәғәт итә, тәртип һаҡсылары иһә Радикты «Альтернатива» хәрәкәтенең Дағстан буйынса координаторы Закир Исмаиловҡа тапшыра.
Волонтерҙар ирҙе Башҡортостанға оҙатыу өсөн документтарын тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтә. Ул ғәҙәти тормошҡа ҡайтырға, йәнә шофер булып эшләргә һәм ҡот осҡос ҡоллоҡто оноторға теләй.
Белешмә. «Альтернатива» хәрәкәтенә - алты йыл, ошо ваҡыт эсендә 500-гә яҡын кеше ҡоллоҡтан азат ителгән. Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, ҡайһы берҙә сит илдә лә ҡотҡарыу операциялары уҙғарыла.
http://www.bashinform.ru/news/1095241-zhitel-bashkirii-sbezhal-iz-trudovogo-rabstva-v-dagestane-/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика