Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
90.93
0
100.8
0
73.05
+1.44
12+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Декабрь 2017, 14:38

Республикала кескәй әкиәтсе Матвей билдәһеҙ сирҙе еңеү өсөн китаптар яҙа

«Башҡалар кеүек йәшәү: кескәй әкиәтсе Матвей» төркөмө, Vk
«Башҡалар кеүек йәшәү: кескәй әкиәтсе Матвей» төркөмө, Vk
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөлә йәшәгән 10 йәшлек Матвей Радченко билдәһеҙ сирҙән яфалана. Табиптар билдәһеҙ генезлы кетон гипогликемия диагнозын ҡуя. Был ҡандағы глюкоза кимәле икегә тиклем түбәнәйә, кетон тәнсәләр кимәле арта тигәнде аңлата. Малай һүлпән, күңеле болғана һәм хәле юҡ.
Mash порталы мәғлүмәте буйынса, медиктар ауырыуҙың сәбәбен асыҡлай алмай. Железноводск шифаханаһында минераль һыуҙар менән дауаланғандан һуң Матвейҙың хәле бер аҙ яҡшыра, унда барыу өсөн 100 мең һум кәрәк.
Дауалауға аҡса йыймаҫ өсөн малай әкиәттәр яҙа һәм китаптарын 200 һумға һата. Уның ике китабы донъя күргән дә инде. Тәүге әкиәтен ул һигеҙ йәшендә ижад иткән.
Матвейҙың әсәһе Виктория һүҙҙәренсә, һуңғы тапҡыр реанимацияла ятҡанда улы йоҡлап китермен һәм башҡаса уяна алмаҫмын тип ҡурҡҡан.
«Матвейҙың «Веселые приключения кота Снежка и щенка Тявки» тигән яңы әкиәттәр китабы сыҡты. Китап бик матур. Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы Ирина Яковлева йыйынтыҡҡа ҡыҙыҡлы инеш һүҙ яҙған. Тиражы — 3 000 дана. Матвей бик шат. Әкиәттәрҙә — минең улымдың тормошо. Матвейҙың китаптарын һатып алһағыҙ, һеҙ уға әхлаҡи һәм матди яҡтан да ярҙам итерһегеҙ. Был Матвей өсөн бик мөһим. Беҙгә аҡса йыйыу бик уңайһыҙ. Ә был — китап. Ул мәңгелеккә һеҙҙә ҡаласаҡ», — тип яҙҙы Виктория Радченко «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡалар кеүек йәшәү: кескәй әкиәтсе Матвей» төркөмөндә.
Йәш әкиәтсенең китаптарын теләгән һәр кем һатып алырға мөмкин. Бының өсөн «Бәйләнештә» селтәрендә малайҙың әсәһенә яҙырға кәрәк.
Матвейҙың әкиәттәре ҡайһы берҙә лирик, ҡайһы саҡта бик ҡыҙыҡ килеп сыға, ләкин уларҙа балалар өсөн мөһим булған өгөт-нәсихәт бар.
http://www.bashinform.ru/news/1095161-v-ufe-malenkiy-skazochnik-matvey-pishet-knigi-chtoby-preodolet-neizvestnuyu-bolezn/
Читайте нас: