04:00 (UTC+5), 20 Декабря 2017

Өфөләге «Рәсәй – минең тарихым» күргәҙмәһенең Рәсәйҙең Рекордтар китабына инеүе ихтимал

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөләге «Рәсәй – минең тарихым» күргәҙмәһенең Рәсәйҙең Рекордтар китабына инеүе ихтимал. Мультимедиалы тарихи экспозицияның иң ҙур дөйөм экрандар майҙаны исеменә ғариза тапшырыу өсөн уны баһаларға тип республиканың баш ҡалаһына Китаптың баш мөхәррире Станислав Коненко килде, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Экспозицияның майҙаны – яҡынса 1,5 мең квадрат метр. Был һан дәлилләнһә ул рекордттар йыйынтығында баҫыласаҡ һәм күргәҙмәнең ошо көндәрҙә награда алыуы ихтимал.
12 июндә Рәсәй көнө хөрмәтенә Өфөлә «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында «Рәсәй – минең тарихым» тарихи парк асылды. Башҡортостан Мәскәүҙән һуң беренсе ҙур мультимедиалы музей. Тарихи паркка яҡынса 500 берәмек мультимедиалы техника инә. Күргәҙмәлә «Рюриковичтар», «Романовтар», «1914-1945: бөйөк кисерештәрҙән Бөйөк Еңеүгә» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙән алып 2017 йылға» тигән дүрт экспозиция тәҡдим ителгән.
http://www.bashinform.ru/news/1094943-vystavka-rossiya-moya-istoriya-v-ufe-mozhet-popast-v-knigu-rekordov-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика