11:16 (UTC+5), 20 Декабря 2017

Башҡортостан хөкүмәтендә социаль-яуаплы эш биреүселәр бүләкләнде

Башҡортостан Хөкүмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан хөкүмәтендә Социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы республика комиссияһының быйылғы йылда һуңғы ултырышы уҙҙы.
Уның барышында «Рәсәйҙең юғары социаль һөҙөмтәле ойошмаһы» бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. 2017 йылда конкурстың 9 номинацияһы буйынса 24 ойошма еңеүсе тип танылды. Төбәк этабында еңеү ойошмаға республиканың социаль-яуаплы эш биреүселәр реестрына инергә мөмкинлек бирә.
«Бер йыл эсендә республикала дөйөм эшһеҙлек кимәле 5,8 проценттан 5,3 процентҡаса кәмене. Был Рәсәйҙәге уртаса тенденцияға тап килә. Йыл башынан теркәлгән эшһеҙ граждандарҙың һаны 17 процентҡа тиерлек йәки 4 мең кешегә аҙайҙы һәм 1 декабргә 19,6 мең кеше тәшкил итте (2017 йылдың 1 ғинуарына – 23,6 мең). Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,17 проценттан 0,98 процентҡа тиклем кәмене» — тип хәбәр итте Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Руслан Хәбибов студент отрядтарына йәлеп ителгән студенттарҙың квалификация мәсьәләһен хәл итеү буйынса сығыш яһаны. Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников һәм республиканың Эш биреүселәр союзы рәйесе Владимир Шолом ултырышта ҡатнашыусыларға милли профессиональ квалификациялар системаһын булдырыу буйынса эш хаҡында һөйләне.
http://www.bashinform.ru/news/1095522-v-pravitelstve-bashkirii-nagradili-sotsialno-otvetstvennykh-rabotodateley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика