16:56 (UTC+5), 20 Декабрь 2017

21 декабрҙә республикала йәшәүселәрҙе иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн көтә: улар күпме дауам итә?

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 21 декабрҙә Башҡортостанда йәшәүселәрҙе быйылғы йылда иң ҡыҫҡа көн һәм иң оҙон төн көтә. Ерҙең Төньяҡ ярымшарында ҡышҡы ҡояш торошон билдәләйҙәр, тип хәбәр итә Гисметео.
Өфө планетарийы директоры Анатолий Денисов һүҙҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһында көн оҙонлоғо – 7 сәғәт 8 минут, төн иһә 16 сәғәт 52 минут дауам итә. Ҡышҡы ҡояш торошонан һуң көндөң оҙонлоғо 1-2 минутҡа арта башлай һәм ай аҙағына 6 минутҡа оҙая.
21 декабрҙә Төньяҡ ярымшар Ҡояш энергияһын аҙыраҡ алыуға ҡарамаҫтан, был йылдағы иң һалҡын көн тип һаналмай. Климат системаһы инерцияһы тәьҫирендә һауа торошо астрономик факторҙарҙың үҙгәреүенән бер айҙан ашыуыраҡҡа ҡалыша. Шуға күрә ҡыштың икенсе яртыһы тәүгеһенән һалҡыныраҡ, көҙ яҙға ҡарағанда йылыраҡ, уртаса тәүлек температураһының йыллыҡ минимумы декабрь аҙағына түгел, ә февраль башына тура килә. Ҡыштың һыуыҡҡа, йылдың йәйгә боролоуы ошо көндән башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1095411-samyy-korotkiy-den-i-dlinnaya-noch-ozhidayut-zhiteley-bashkirii-21-dekabrya-skolko-oni-prodlyatsya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика