13:59 (UTC+5), 19 Декабрь 2017

Яңы йыл алдынан Яңауылда балалар баҡсаһы асылды

Яңауыл районы хакимиәте
Яңауыл районы хакимиәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Яңауылда «Күк сәскә» балалар баҡсаһы асылды. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы уңайынан төҙөлгән мәктәпкәсә учреждение тышҡы яҡтан да, эстән дә бик матур.
Ике ҡатлы бина һигеҙ типовой төркөмгә иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһында йоҡо һәм уйын бүлмәләре, музыка һәм гимнастика залдары, өҫтәмә дәрестәр өсөн биналар, логопед һәм психолог кабинеттары, уйын зонаһы, физкультура майҙансығы бар. Газ менән менән йылытыу ҡаралған. Объектта төҙөлөш-монтаж эштәренең дөйөм хаҡы 97 миллион һум тәшкил итте.
Яңауыл район хакимиәте мәғлүмәте буйынса, балалар баҡсаһы урынлашҡан квартал бик йәш. Һуңғы йылдарҙа бында халыҡты авариялы торлаҡтан күсереү программаһы буйынса бер нисә күп ҡатлы йорт төҙөлдө. Ә балалар баҡсаһы юҡ ине. Урындағы властар яңы социаль объект биҫтәне инфраструктураһын яҡшыртыр һәм уның абруйын күтәрер тип өмөтләнә. Иң мөһиме — балалар баҡсаһын асыу Яңауылдағы мәктәпкәсә учреждениеларҙа урындар менән көсөргәнеште сисергә тейеш.
Яңы балалар баҡсаһын асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова яңауылдарҙы мөһим ваҡиға менән ҡотланы.
http://www.bashinform.ru/news/1094524-v-preddverii-novogo-goda-v-yanaule-otkryli-detskiy-sad/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика