02:30 (UTC+5), 19 Декабря 2017

Биналарҙа ниндәй юл билдәләре ҡуйырға рөхсәт ителеүе асыҡланды

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Биналарҙа һәм ҡоймаларҙа юл билдәләрен ҡуйырға рөхсәт иттеләр. Ул яңы милли стандарттар менән ҡаралған. Һүҙ тик парковка билдәләре хаҡында бара, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
2020 йылдың 1 ноябренә тиклем иҫәпләнгән милли стандарт төбәктәргә юл билдәләренең бер өлөшөн ҡоймала һәм бина диуарҙарында урынлаштырырға рөхсәт итә. Һүҙ ете парковка билдәһен яңы төрҙә башҡарыу (хәрәкәт зонаһын асыҡлаусы уҡтар менән) тураһында бара.
Уларҙың дүртәүһе – «Туҡтау тыйыла», «Туҡталҡа тыйыла», «Айҙың таҡ көндәре буйынса туҡталҡа тыйыла» йәки «йоп көндәр буйынса...». Милли стандарт был билдәләргә сикләү зонаһын билдәләүсе уҡтар ҡуйырға рөхсәт итә. Нәҡ шундай рәүештә уларҙы бина диуарҙарына һәм ҡоймаларға ҡуйырға ярай.
Бындай яңылыҡ өс парковка (түләүле һәм бушлай) йүнәлеше билдәһенә ҡағыла – яңы стандарт водителдәргә уңайлы булһын өсөн уларға уҡтар өҫтәне. Алдан юл билдәләрен Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Владимирҙа һәм Һарытауҙа һынау үткәреү сифатында бина диуарҙарына ҡуйҙылар. Баш ҡалала бындай һынау проекты 2015 йылда уҡ эшләй башланы. Ул саҡта транспорт власы һынау өсөн билдә бағаналары йәйәүлеләргә ҡамасаулаған тар урамдарҙы һайлағанын хәбәр иткәйне.
Рәсәй стандартында хәтергә төшөрөп, милли стандарт ғилми-тикшеренеү эштәренең һөҙөмтәләрен тиҙ индереү (дәүләт стандартын ҡабул итеү оҙағыраҡ дауам итә) һәм талаптарҙың ғәмәлдә тикшереү мөмкинлеге бирә. Яҡынса милли стандартты ҡулланыу һөҙөмтәләре буйынса тупланған мәғлүмәт нигеҙендә артабан Рәсәй милли стандарты әҙерләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1094199-stalo-izvestno-kakie-dorozhnye-znaki-mozhno-ustanavlivat-na-zdaniyakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика