07:00 (UTC+5), 18 Декабрь 2017

Өфөлә Ҡыш бабай – Рәсәйҙә иң ҡиммәтлеләрҙең береһе

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Яңы йыл алдынан Avito белгестәре ниндәй ҡалаларҙа яңы йыл персонаждарын саҡырыу иң ҡиммәт һәм иң осһоҙ икәнлеген асыҡларға булған.
Миллионлы ҡалалар араһында Мәскәүҙә байрам персонаждарын саҡырыу иң ҡиммәте тип баһалана. Илебеҙҙең баш ҡалаһында уртаса хаҡ 3100 һумға етә. Рейтингтың икенсе баҫҡысында – Санкт-Петербург. Нева буйындағы ҡалала Ҡыш бабай хеҙмәте уртаса 2300 һум тора. Тәүге өс ҡала исемлегенә Өфө инә – Башҡортостандың баш ҡалаһында «ҡыш тылсымсыһын» саҡырыу 1600 һумға төшә.
Пермдә, Түбәнге Новгородта һәм Красноярскиҙа Ҡыш бабайҙы саҡырыу иң осһоҙо (1100 һум һәм 1200 һум).
http://www.bashinform.ru/news/1093867-ded-moroz-v-ufe-odin-iz-samykh-dorogikh-v-rossii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика